«Башҡортостан ҡыҙы» еңеүселәре кем?

«Башҡортостан ҡыҙы» еңеүселәре кем?  23.11.2016

Журнал коллективы оло ҡор ойоштороп, йыл йомғаҡтарын барланы. «Әсә йөрәге», «Милли биҙәк» конкурс еңеүселәрен бүләкләне.

Күңелдәрҙе арбаған сихри моң, хискә һалған шиғыр юлдары менән үрелеп барҙы журнал ойошторған сара. Ижади коллектив уҡымлы журнал нәшер итеп, гүзәл заттарыбыҙҙың зауығын үҫтереп кенә ҡалмай, төрлө конкурс-бәйгеләр ҙә уҙғара. «Милли биҙәк»  кейем, ҡулланыу әйберҙәренә генә нағыш булып ятмаған, ә күңелдәргә лә ысын биҙәк һалған.
Ә «Әсә йөрәге» конкурсы үҙе бер күләмле акцияға әйләнгән. Быйыл ул икенсегә үтте. Ярышҡа 28 видеояҙма килгән. Шиғри юлдарҙа әсәләргә булған оло һөйөү, саф, ихлас хис, һағыныу тойғолары үрелгән. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға билдәле тележурналист, хеҙмәттәшебеҙ Гөлдәриә Йосопова лайыҡ булды.
«Башҡортостан ҡыҙы» ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнашыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡаламаны. Улар ҡиммәтле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Журналдың яңы һаны киләһе аҙнала сығасаҡ. Уның тышлығында кем булыры әле үк билдәле - республика ағинәйҙәренә өлгө булырлыҡ Таңһылыу Байрамғолова.
Йылды быйыл журнал коллективы лайыҡлы тамамлай тип әйтергә мөмкин. Һәр һаны һайын мөхәрририәт  береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс мәҡәләләр тәҡдим итте. Бығаса матбуғатта булмаған мәғлүмәттәр ҙә даими донъя күрҙе. Ләкин коллективты тираж мәсьәләһе лә борсомай ҡалмай.
Ҡыҫҡаһы, «Башҡортостан ҡыҙы» гүзәл заттың зауығын үҫтергән, ғаилә ҡиммәттәрен күтәргән баҫма булып ҡала. Ҡыҙыҡлы бәйгеләр ҙә һуңғыһы түгел, улар тураһында хәбәрҙар булыу һәм үҙеңә лә ҡатнашыу өсөн ни бары яратҡан журналың менән киләһе йылда ла бергә ҡалыу мөһим.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика