Башҡортостан вәкилдәре Мексикала Бөтә донъя Фольклориадаһында сығыш яһай 28.07.2016

Бөгөн Сакатекас штатында төп байрам саралары башлана. Унда 70 илдән 2 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.

Республика делегацияһын хөкүмәт премьер-министры урыбаҫары Салауат Сәғитов етәкләй. Башҡортостан мәҙәниәте менән Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы Гөлнара Вәлиева таныштыра. Форум барышында вице-премьер Салауат Сәғитов Сакатекас штаты етәкселеге менән осраша. Республика делегацияһы вәкилдәре шулай уҡ Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу Халыҡ-ара советы, Мексика Фольклориада комитеты вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр үткәрәсәк. Унда яҡтар ошондай абруйлы ижади форумды уҙғарыу тәжрибәһе менән уртаҡлашырға йыйына. 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһы Башҡортостанда үтә. Мәҙәниәт һәм сәнғәт Олимпиадаһы 4 йылға бер ойошторолоп килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика