Башҡортостан уҡыусылары бөгөн илдең төп шыршы байрамында ҡатнаша

 Башҡортостан уҡыусылары бөгөн илдең төп шыршы байрамында ҡатнаша 27.12.2016

Кремль шыршыһына быйыл республиканан 114 бала саҡырылған. Улар Өфө аэропортынан Мәскәүгә үткән йәкшәмбелә үк юлланғайны.

Наҙгөл Шәмсетдинованы Салауат районы халҡы йыр-моңға әүәҫлеге өсөн Әлкә һандуғасы тип йөрөтә. Тик бишле билдәләренә генә өлгәшкән ҡыҙ республика кимәлендә уҙғарылған «Сулпылар», «Яҙғы тамсылар» конкурс-фестивалдәр лауреаты. Тырышлығы өсөн Наҙгөлгә илдең төп шыршыһын күреү бәхете тейгән.
Наҙгөл кеүек уҡыуҙа ғына түгел, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан тағы 113 бала Мәскәүгә - Кремль шыршына юлланды. Күптәре илдең баш ҡалаһына тәүгә бара.
Әйткәндәй, Кремль шыршыһына юлланған Башҡортостан делегацияһы быйыл да күплеге менән айырыла. Барлығы 140 кеше. Уларҙың 28-е оҙатып барыусылар. Һәр кем ҡурай һынландырылған шарф, республика флагы төҫтәре ҡулланылған баш кейемдәре менән бүләкләнгән.
Төп тантана Кремль һарайында үтәсәк. Унда Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа әкиәт персонаждары ҡатнашлығында сағыу тамаша әҙерләнгән. Сара барышында төрлө күңел асыу майҙансыҡтары, техник һәм биҙәләш оҫтаханалары эшләйәсәк. Артабан уҡыусылар илдең баш ҡалаһы буйлап экскурссияға ла сығасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика