Башҡортостан тигәнең Ҡаҙағстан икән йәки Өфө ҡыҙы нисек күрше дәүләт вәкиле булып киткән? 19.01.2016

Киң мәғлүмәт сараларында, шул иҫәптән беҙҙең телеканалда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Анастасия Яковлеваның Ҡытайҙа «Бөтә донъя университеты мисы» конкурсында ҡатнашасағы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Тик ул Халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә Ҡаҙағстан исеменән сығыш яһай. Был мәғлүмәт интернет ҡулланыусыларҙа ҙур бәхәс тыуҙырҙы.

Анастасия Яковлеваның матурлыҡ конкурсы алдынан төшкән фотосессия ваҡыты. Ҡыҙ тулҡынланыуын йәшермәй. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем алыусы яҡташыбыҙ өсөн был көтөлмәгән хәл була. Студенттар донъяһының матурлыҡ бәйгеһе 27-се тапҡыр уҙғарыла. Конкурсҡа иң-иңдәр генә үтә ала. Ә бәхет беҙҙең республиканан ике кешегә йылмайған.
Тик яҡташыбыҙҙың Ҡытайҙағы сығышы күптәрҙә кире ҡараш тыуҙырҙы. Конкурстың тәүге яҙмалары тотош интернет селтәрен ялмап алды. Фотоларҙа күренеүенсә, модель Башҡортостан, Рәсәй исеменән дә түгел, ә бөтөнләй Ҡаҙағстан намыҫын яҡлай. Был яңылыҡ, бәхәсһеҙ үтмәне. Ҡыҙға ҡарата насар һүҙҙәр яуҙы. Әлбиттә, быны ла аңларға мөмкин. Аҙна-ун көн элек кенә ҡырҡа боролошто бер кем дә төҫмөрләмәгәйне. Моделлек агентлығы халыҡ-ара конкурстарҙа бындай хәлдәрҙең йыш теркәлеүе тураһында әйтә. Күп осраҡта ҡыҙҙар алдына шарт ҡуйыла.
Ә Ҡытайға барырға тейешле икенсе модель Ева Чашинская конкурс алдынан ғына баш тартҡан. Социаль селтәрҙә ул Үзбәкстан исеменән сығыш яһау тәҡдиме булғанға ҡатнашмауы тураһында хәбәр итә. Әлеге ваҡытта Анастасия Яковлева Ҡытайҙа  финалға әҙерләнә. Ә шул арала интернет уның фотолары менән тулылана. Ҡаҙағстан яҙыуы булғандарын ул ҡулы менән ҡапларға мәжбүр. Тик уның Башҡортостан флагы менән төшөүе халыҡ араһында кире фекер тыуҙырҙы. «Ни өсөн Ҡаҙағстан?», «Үҙҙәрендә лайыҡлы ҡыҙҙар юҡмы?» кеүек төрлө яҡлы һорауҙар яңғырай. Яуапты тик ай аҙағында белә алабыҙ. Конкурс финалы 27 ғинуарға билдәләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика