Башҡортостан рәссамдары Союзы ойошторолоуға - 80 йыл

Башҡортостан рәссамдары Союзы ойошторолоуға - 80 йыл 08.12.2014

Ошо уңайҙан Өфөлә ҡыл ҡәләм оҫталарының күргәҙмәһе асылды. Тантанала рәссамдар союзы тарихында тәүге тапҡыр ижадсыларға Василий Суриков исемендәге миҙал да тапшырылды.  Юғары наградаға Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Павел Салмасов лайыҡ булды.

Петр Салмасов, Башҡортостан халыҡ рәссамы Павел Салмасовтың улы: «Атайым оҙаҡ йылдар эшләне, был награда уны оло йәшкә еткәс кенә тапты. Ул беҙгә лә «Еңеүҙәргә өлгәшерһеҙ, иң мөһиме эшләгеҙ»,-ти».
80 йыл тарихы булған ойошмала 218 ағза иҫәпләнә.  Уларҙың уртаса йәше 58 тирәһе. Сарала ҡатнашыусылар башҡорт һынлы сәнғәт мәктәбен союздың иң юғары ҡаҙанышы тип һанай.
Хәтип Фазылов, Рәсәй рәссамдар Союзының Башҡортостан төбәк берекмәһе рәйесе: «Беҙҙән алда хеҙмәт иткән рәссамдар ҡуйған планканы дауам итергә тейешбеҙ һәм тырышабыҙ шулай эшләргә. Киләһе йылдарҙа тағы ла ҙур күргәҙмәләр  үткәрәсәкбеҙ. Өфөлә генә түгел, сит яҡтарҙа ла, Мәскәүҙә лә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика