Башҡортостан Рәсәйҙә дауам иткән мәҙәниәт йылы сиктәрендә әүҙем һәм һөҙөмтәле эш алып барыусы төбәк тип танылды

Башҡортостан Рәсәйҙә дауам иткән мәҙәниәт йылы сиктәрендә әүҙем һәм һөҙөмтәле эш алып барыусы төбәк тип танылды 13.09.2014

Дәүләт ярҙамында күп райондарҙа моделле китапханалар, яңы форматта эшләүсе мәҙәниәт йорттары асылды. Уларҙың береһе Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылында ла эшләй.

Башҡорт театры коллективы үҙ сығыштарында халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен, тормошон һүрәтләй. Бының өсөн ҡатнашыусылар милли кейемдәр ҡуллана, аш-һыу ҙа әҙерләп ҡуя. Стеналарҙа сигелгән таҫтамалдар, бәйләмдәр, кәштәлә һауыт-һаба ла бар. Прибельскийҙағы башҡорт халыҡ театрының ярты быуаттан ашыу тарихҡа эйә.
Ауыл клубы ла үткән быуаттың 50-се йылынан эшләп килә, 95-се йылда бина төҙөкләндерелә. Ә хәҙер учреждение бөтөнләй яңыса эшләй башлаясаҡ. Моделле мәҙәниәт йорто  бөгөн халыҡҡа һәр төрлө ял итеү мөмкинлектәрен тәҡдим итә. Балаһын уйын бүлмәһендә ҡалдырып әсәләр мәҫәлән, физкультура менән шөғөлләнһә, ғаилә башлығы  был арала бильярд уйнай йәки ҙур экранда спорт трансляцияларын ҡарай ала. Клуб төнгө сәғәт 12-гә тиклем эшләй.  
Үҙгәреш хатта, оҫталыҡ дәрестәрендә лә күҙәтелә. Хәҙер түңәрәккә йөрөүсе ауыл халҡы ҡул эштәренә  танылған остаздарҙан да өйрәнә ала. Видеоконференция ярҙамында клуб менән бәйләнешкә баш ҡала оҫталары ла сыға. Китапхана ла ярайһы ғына байытылды тип билдәләй учреждение белгестәре.
Ябай китаптарҙан тыш модель китапханала электрондары ла бар. Уларҙы уҡыу өсөн интернет бәйләнеше булған смартфон талап ителә. Ҡоролмаға махсус кодтарҙы таныусы программаны ҡуйғандан һуң уны ебәрәһең һәм камераны кәрәкле китап төшөрөлгән һүрәткә йүнәлтәһең. Артабан табылған һылтанмаға баҫыт китапты телефонға күсерәһең. 10 секунд та үтмәй, ә китапты уҡырға ла була.
Был яңылыҡты айырыуса гаджеттарҙы яратыусы йәштәр яҡын күрер тип өмөт итәләр китапханала. Ошо рәүешле китап уҡыусыларҙың артыуы ихтимал. Ғөмүмән, моделле клуб идеяһын урындағы халыҡ бик яҡшы ҡабул итте тип билдәләй район етәкселеге. Мәҙәниәт йорто ауыл кешеһенең яратҡан ял урынына әйләнергә тейеш. Урындағы хакимиәт етәкселеге киләсәктә  йәнә ун ауыл клубын заман талаптарына яраҡлаштырырға иҫәп тота.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика