Башҡортостан оркестрҙар һәм музыка ҡоралдары ансамблдәренең  «Урал ауазы» III халыҡ-ара конкурс-фестивале ҡунаҡтарын ҡаршылай 24.03.2016

Оло сарала  Рәсәй һәм сит илдәрҙән билдәле музыкаль коллективтар ҡатнаша.

Конкурс-фестиваль  27-31 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Быйыл унда Рәсәй төбәктәренән тыш, Әзербайжан, Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан  коллективтары ҡатнашырға теләк белдергән.  Фестивалдең тәүге көнөндә сәхнәлә Ырымбурҙың данлыҡлы рус халыҡ хоры сығыш яһай. 28 мартта  тамашасыны республика халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының 15 йыллығына арналған ҙур байрам концерты көтә. Конкурс сығыштары  29 - 30 мартҡа тәғәйенләнгән. Фестиваль «Урал ауазы» бәйгеһе лауреаттары һәм дипломанттары сығышы менән тамамлана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика