Башҡортостан Милли музейында Японияла эшләнгән ағас ҡурсаҡтар менән танышырға мөмкин 03.06.2017

Күргәҙмәгә йөҙҙән ашыу экспонат ҡуйылған. Кокэси тип аталған был ҡурсаҡтар Сендай ҡалаһында бер нисә быуат элек барлыҡҡа килгән. Япондар уйынсыҡтарҙы саған, сейә, йә ҡайын ағасынан яһай.

Кокэси  дизайны ике төргә бүленә - традицион һәм авторлыҡҡа. Тәүгеһендә тик ҡыҙҙар һүрәтләнә, һәр ҡурсаҡҡа һүрәт ҡулдан төшөрөлә, оҫтаның ҡултамғаһы ҡуйыла. Авторлыҡ буйынса эшләнгән кокэсиҙың формаһы, үлсәмдәре, төҫтәре төрлө. Күптәрен һаҡлаусы-ҡот булараҡ өйгә ултыртылар. Әйткәндәй, Японияла был ҡурсаҡтар 1945 йылдан һуң популярлаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика