«Башҡортостан» концерт залы 35 йыллыҡ  байрамына йыр-моң һөйөүселәрҙе йыйҙы 28.01.2017

Ҡасандыр ижад юлын башлаусы бөгөнгө билдәле артистар, йәш таланттар менән бер сәхнәлә сығыш яһаны.

Башҡортостандың халыҡ артистары Айҙар Ғәлимов, Нәзифә Ҡадированың сығыштарын көтөп алған сәнғәт һөйөүселәр өсөн сара матур байрамға әйләнде. Концерт залы олоһон да, кесеһен дә берләштереүсе йыр-моң майҙанын хәтерләтте.
Элекке «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы, хәҙерге «Башҡортостан» концерт залы 1981 йылда төҙөлә. Заманына күрә иң ҙур мәҙәниәт йортонда үткән һәр сараға халыҡ ағылып килә. Бөгөн дә ул билдәле сәхнә йондоҙҙарының, йәш таланттарҙың яратҡан сәхнәһе. Тамашасылар бында уҙған концерттарҙы көтөп ала.  
35 йыллыҡ датаһын 2010 йылда Концерт залы тип үҙгәртелгән "Нефтселәр һарайы" матур, яңыртылған бинала үткәрҙе. Капиталь ремонттан һуң бында сифатлы яҡтыртыу булдырылған, тауыш ҡорамалдары, ҙур һәм бәләкәй залдарҙың дизайны һәм формалары үҙгәртелгән. Был сәхнәлә хәҙер федераль, халыҡ-ара кимәлдәге саралар уҙғарыла.
Концерт залында бөгөн тиҫтәнән ашыу ижади коллектив шөғөлләнә. Кескәйҙәр, ололар өсөн дә йыр-бейеү түңәрәктәре уңышлы эшләй. 35 йыл эсендә меңәрләгән сәнғәт һөйөүселәрҙе бергә туплаған концерт залында яҡын киләсәктә продюсер үҙәге асыу ҙа күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика