«Башҡортостан» киностудияһы яңы картина өҫтөндә эш башланы 18.11.2014

Был юлы башҡорт кинематографияһы «Пилорама» исемле фильм менән тулынанасаҡ. Уны режиссер Айнур Асҡаров төшөрә.

Ижади эш майҙаны. Кино төшөрөүселәр видео һәм яҡтыртыу ҡоролмаларын тикшерә. Ваҡиға дауахана палатаһында бара. Быға тиклем фильмдың ҡайһы бер эпизодтары Хәйбулла районында ла төшөрөлгән. Режиссер әйтеүенсә, кинотаҫманың тап «Пилорама» тип исемләнеүе юҡҡа түгел. Ул трагикомедия жанрында ижад ителгән.
Картина операторы - Тимур Ғәниев. Айнур Асҡаров менән берлектәге был уның икенсе эше. Тәүҙә ул Халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә күп тапҡырҙар лауреат исемен алған «Еңмеш» фильмын төшөргән. Фильмға  Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары йәлеп ителгән. Айһылыу Йомағолова,  мәҫәлән, кинола төшөү бәхетен икенсегә һынап ҡарай.
Премьера февралгә билдәләнгән. Ул «Әсә» фильмы менән бергә сығасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,ул башҡорт халыҡ бәйете «Саҡ менән Суҡ»тың  мотивтарына нигеҙләнеп төшөрөлгән. Кинотаҫмаларҙың  башҡорт кинематографияһында ниндәй урын аласағын тамашасы телевизор экрандарына сыҡҡас баһалаясаҡ.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика