Башҡортостан киностудияһы режиссеры Роман Поджидаевтың ҡыҫҡа метражлы «Япраҡ» фильмы  күп ҡалаларҙа күрһәтелде, Өфө тамашасыһы уны былтыр августа Рәсәй  киноһы көнөндә ҡараны 23.06.2015

Халыҡ-ара  кинофестивалдәрҙә юғары  баһаланған кинотаҫманы телевизор ҡараусылар  Башҡортостан юлдаш телевидениеһында  27 июндә киске сәғәт ете тула ун биш минуттан ҡарай ала.  

Кеше ғүмере бер япраҡ саҡлы ғына. Ваҡыт еткәс ул  ағасынан өҙөлөп төшә. Тормош ҡануны шундай. Тик  кескәй Илһам ғына уның менән килешергә теләмәй. Ауырып түшәктә ятҡан олатаһын ул нисек тә булһа ҡотҡарып ҡалырға теләй. Олатай ролендә Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин. Был уның  кинолағы  һуңғы роле. Фильмды төшөргән саҡта уҡ ул ҡаты ауырый, тик  йөкмәтке менән яҙмышында уртаҡлыҡ барлығын белгәс ролдән баш тартмай.
Зөһрә Бураҡаева фильмдың сценарийын Америка яҙыусыһы О.Генри хикәйәһенә таянып  яҙған.Ул өс  миҙгелдә Бөрйән районы Кейекбай ауылында  төшөрөлгән. Хәмит Яруллиндың йәш сағын Урал Әминев уйнай. Илһам ролендә  уның  туғаны. Режиссерҙың был диплом эше. Тәрән йөкмәткеле һәм образлы һынландыра белеүен кино тәнҡитселәре юғары баһалаған.
Роман Поджидаев, фильмдың режиссеры: «Фильм ете кинофестивалдә ҡатнашып өсөһөндә юғары баһа алды. Минең ҡарашҡа башҡорт киноһы үҫеш юлында. Был өлкәгә Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта уҡып ҡайтыусы йәштәр килә. Кино сәнғәте  күп сығымдар талап итә. Ә беҙгә   бүленгән аҡса ошолай ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөргә етә».
Зөһрә Бураҡаева менән Роман Поджидаев әле яңы фильм төшөрә башлаған.   Яңы ижад емеше лә  йәшәү һәм үлем тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙарға ҡоролған.Кескәй Илһам олатаһын үлем тырнағынын ҡотҡарып ҡала алырмы?   Яуап   Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 27 июндә ете тула ун биш минутта.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика