Башҡортостан - илдең милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлек төбәге

Башҡортостан - илдең милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлек төбәге 03.03.2017

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы мәҙәниәт йортонда ошо лозунг аҫтында концерт ойошторолдо. Күләмле сара Мордовия, Удмурт, Мари-Эл республикалары һәм илдең башҡа төбәктәре вәкилдәрен йыйҙы. Мәҙәни программала ҡатнашыуҙан тыш, улар Башҡортостандың төрлө ведомство вәкилдәре менән эшлекле осрашыу ҙа уҙғарҙы.

Сәхнәлә «Йондоҙҙар» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары мордваларҙың милли кейемендә сығыш яһай. Был бейеүҙе малай-ҡыҙҙар өс аҙна эсендә ҡуйған. Башҡа милләттәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеү үҙе бер шөғөл, ти үҫмерҙәр. Һәр халыҡтың үҙенә генә хас хәрәкәттәре бар.
Ҡырмыҫҡалы районында утыҙҙан ашыу милләт татыу һәм берҙәм йәшәй. Урындағы мәҙәниәт һарайында ойошторолған һәр концерт халыҡ-ара байрамға әйләнә. Сираттағыһына Мордовия, Удмурт, Мари-Эл республикалары вәкилдәре лә саҡырылғайны. Улар башҡорттар менән бер туған кеүек йәшәгән милләттәштәренең сығыштарын маҡтап телгә алды. Республикала фин-уғыр халыҡтарының тигеҙ хоҡуҡтарға эйә булыуы ла билдәләнде.
Тәтешле районында биш мең удмурт йәшәй.  Районында ойошторолған байрамдан "Бөркөт" халыҡ вокал ансамбле солистары ла ситтә ҡалманы. Сәхнәлә улар тыуған илгә, Башҡортостанға ҡарата һөйөүен йыр аша белдерҙе.
Фин-уғыр халыҡтары Башҡортостан еренә тулыһынса яраҡлашҡан тиергә мөмкин. Башҡорт телендә ирекле аралашыу өсөн дә бит күңел талпыныуы, рухи ынтылыш кәрәк. Илтерәк ауылында ла ете йөҙҙән ашыу кеше, башлыса сыуаш һәм мордвалар йәшәй. Урындағы мәҙәниәт йорто янында йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ халыҡ йыш йыйыла.
Урындағы халыҡ 18-cе быуаттың билдәле мәғрифәтсеһе, этнограф  Авксентий Юртовтың эшмәкәрлеген дә маҡтап телгә ала. «Доғалар һәм рус азбукаһы ҡушылған тәүге мордва-эрзя әлифбаһы» авторы ошо ауылда ерләнгән була. Бөгөн урындағы мәҙәниәт йортонда Авксентий Юртов исемен йөрөткән күргәҙмә залы уңышлы эшләп килә. Унда мордва халҡының милли кейемдәре, йорт йыһаздары, архив материалдар, тарихи китаптар менән танышырға мөмкин. Ҡырмыҫҡалыға Мордовиянан килгән делегация был ижади үҙәктең эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Уларҙың Башҡортостанға килеүе юҡҡа түгел. Баш ҡалала "Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы" Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте президиумы советы ултырышы үтте. Осрашыуға килгән башҡа төбәк вәкилдәре республиканың төрлө ведомство етәкселеге менән аралашып, уларға мәғариф, мәҙәниәт, матбуғатҡа бәйле һорауҙарын бирҙе.
Петр Тултаев, «Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте президиумы советы рәйесе: «Башҡортостанда йөҙ меңдән ашыу марый йәшәй. Удмурт, мордваларҙың да тарихи-мәҙәни үҙәктәре уңышлы эшләй.  Илдең башҡа төбәктәренә лә был йүнәлештәрҙәге бай тәжрибәне күрһәтке килә. Ваҡытлы матбуғат, уҡытыу системаһы юғары кимәлдә ойошторолған. Фин-уғыр телдәрен өйрәнеүгә мәктәптәрҙә айырым кабинеттар бар. Был, әлбиттә, дәүләт һәм муниципаль органдарының һөҙөмтәле эш нигеҙе».
Ил президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен һәм телдәр күп төрлөлөгөн һаҡлау, үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Петр Тултаев та үҙ сығышын, «Башҡортостан - милләт-ара берҙәмлек төбәге, минең икенсе тыуған яғым»,-тип тамамланы. Әйткәндәй, Президиум советы рәйесе Саранскиҙан булһа ла, ҡатыны Өфөнән. Шуға башҡорттарҙы ла ул яҡын  күрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика