Башҡортостан берҙәмлеге - халыҡтар дуҫлығында 12.12.2016

Бер ай элек Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда ойошторолған  йәштәр советы республиканың төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алыусы тиҫтәләгән милләт вәкилен берләштерҙе.

Уҙған ял көндәрендә йәштәр  бер-береһе менән яҡындан танышыу өсөн бергә йыйылды. Байрамда һәр милләт вәкиле үҙ халҡының милли мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан таныштырҙы.  
Байрамды төрлө милләт вәкилдәренең музыка ҡоралдары, китаптары ҡуйылған күргәҙмә лә биҙәне. Дәртле ҡурай моңо, әрмән йырҙары һәм грузин халыҡ бейеүе лә һәр кемде әсир итте. Телдәребеҙ төрлө булһа ла, уй-маҡсаттарыбыҙ уртаҡ, тип билдәләне байрамды ойоштороусы йәштәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика