Башҡортостанға оло һөйөү менән

Башҡортостанға оло һөйөү менән 07.06.2016

Республика 26-сы тапҡыр  Рәсәй төбәктәре һәм сит ил фоторәссамдарын бергә йыя. «Тәбиғәт, кеше, мәҙәниәт» тип аталған халыҡ-ара акция сиктәрендә улар Башҡортостан менән таныша. Мауыҡтырғыс сәфәргә сығыу алдынан фотообъектив оҫталары «Башҡортостан  - тыуған илем» фотокүргәҙмәһен  асыуҙа ҡатнашты.

Микаэль Джорджио Рәсәйҙә тәүге тапҡыр. Ул күп милләтле илебеҙ менән танышыу тап Башҡортостандан башланыуына сикһеҙ шат. Ихлас, эскерһеҙ кешеләр, дуҫтарса мөнәсәбәт көткәйнем, өмөттәрем аҡланды тип шатлана фоторәссам.
Микаэль Джорджио фоторәссам /Италия/: «Өфөгә генә түгел, Рәсәйгә тәүгә килеүем. Был сәфәрҙә тәжрибә туплап, дуҫтар табырмын тип ышанам. Беҙҙең төркөмдә күренекле йыһангир Юрий Батурин бар. Һинең эргәңдә  Ер шарын Йыһандан күреүсе булыуы бик ҡыҙыҡ. Башҡортостанда беҙҙе яҡшы ҡаршыланылар. Мин Италиянан сарала ҡатнашҡан тәүге вәкил түгелмен, быға тиклем Франческо исемле фоторәссам булып ҡайтҡайны. Уны Фәрит тип йөрөткәндәр, ә мин – Миҙхәт».
Ижади сәфәрҙә барлығы 24 фоторәссам ҡатнаша. Улар алты сит ил һәм һигеҙ Рәсәй төбәге вәкиле.  Ирандан Мөждәбә Сабзе әфәнде лә Башҡортостанға сағыу кадрҙар эҙләп килгән. Рәссам бай йөкмәткеле сәфәргә өмөт итә.  
Мөждәбә Сабзе фоторәссам /Иран/: «Башҡортостан иҫ киткеҫ матур төбәк икәнлеген ишетеп кенә белә инем, хәҙер яҡындан күреп был хозурлыҡты фотоһүрәттәрҙә сағылдырырға форсат булды. Ойоштороусыларға рәхмәт»
Акцияның маҡсаты Башҡортостанды донъя күләмендә танытыу. Сәфәр һөҙөмтәләре буйынса күргәҙмә ойоштороу һәм «Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән» тип аталған фотоальбом сығарыу ҡарала
Биш көн эсендә фоторәссамдар төркөмдәргә бүленеп Илеш, Дүртөйлө, Ҡариҙел, Бөрө, Борай, Асҡын һәм Балтас райондарына сәфәр ҡыласаҡ. Акция Өфөлә 12 июндә тамамлана. Уның һөҙөмтәләре буйынса баш ҡалабыҙҙа һәм Мәскәүҙә фотокүргәҙмә ойоштороу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика