«Башҡорт йыры» телевизион проекты гүзәл заттар байрамы уңайынан иң сағыу артистарҙан торған ҙур концерт уҙғарҙы

«Башҡорт йыры» телевизион проекты гүзәл заттар байрамы уңайынан иң сағыу артистарҙан торған ҙур концерт уҙғарҙы 29.02.2016

«Башҡортостан» концерт залында ойошторолған тамашаны меңдән ашыу халыҡ ҡараны.  Тамашала сығыш яһаусы башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға йылы һәм ихлас теләктәр теләп, моңло йырҙар тәҡдим итте. Һөйөү һәм наҙ менән тулы йырҙар ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға күтәренке байрам кәйефе, онотолмаҫ минуттар бүләк итте.

Ҙур сәхнәнән халыҡ күңеленән төшмәгән онотолмаҫ йырҙар яңғырай. Заманса йылы тондарҙағы сәхнә биҙәлеше, килешле кейем һәм тышҡы ҡиәфәткә ҡушылған моңло тауыштар тамашасыларға иҫ киткес йылы тәьҫир иткән.
Миңлегөл Ибраһимова, тамашасы:  «Был коцертты бик ҡарағым килде , рекламаһын күреү менән шунда уҡ телефондарын яҙып алдым. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына әхирәтем менән икебеҙгә бүләк яһаным».
Тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ. «Башҡорт йыры»на билеттар аҙна башында уҡ һатылып бөткән. Сағыу тамашаны күрергә хатта, төпкөл ауылдарҙан да килгәндәр. Концерт залында ысын байрам тантанаһы.
«Башҡорт йыры» шоу программаһының тулы версияһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 8 мартта күрһәтә. Байрам көндө йылдың иң сағыу тамашаһынан телевизор ҡараусылар ҙа ситтә ҡалмаҫ тип ышанабыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика