«Башҡорт йыры»: быйыл Гран-при юҡ 04.12.2014

Бөгөн Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эфирға сыҡҡан «Башҡорт йыры» конкурсының гала-концерты үтте. Сәхнәлә телевизон бәйге еңеүселәре менән бер рәттән билдәле профессиональ йырсылар ҙа сығыш яһаны.

«Башҡорт йыры»ның һәр концерты аншлаг менән үтә. Был юлы ла тамаша залында алма төшөрлөк тә урын булманы.
Республиканың төп телеканалында эфирға сыҡҡан «Башҡорт йыры» проекты концертына баш ҡала тамашасыһы ғына түгел, төрлө район-ҡалаларҙан да килгәйнеләр. Сәхнә түренән ағылған йыр-моң бер кемде лә битараф ҡалмырманы. Залдағылар һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде.
Йыр бәйгеһе быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Сираттағы проектта ҡатнашыусы 30-ҙан ашыу башҡарыусының 11-е финалға үтте.
Шулай ҙа «Башҡорт йыры» конкурсының быйылғы еңеүсеһе билдәләнмәне. Ә төп приз проект сиктәрендә ойошторолған хит-парад еңеүсеһенә тапшырылды. Меңдән ашыу тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса алтын ялатылған көмөш һынға Ришат Төхвәтуллин лайыҡ булды.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Лилия
05.12.2014 19:40:30
Концерт матур булды,тик бик озак. Топ призде  халык йырын еренэ еткереп башкарган Сэйет Билаловка бирмэу генэ тугел, икенсе урын биреп куйзылар . Музыкант-курайсылар йырсыларзан матурырак йырлай икэн...

Возврат к списку


Яндекс.Метрика