Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя!

Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя! 21.06.2016

Ошондай исем аҫтында 25-26 июндә  Баймаҡ  районындағы Граф күле буйында асыҡ йәштәр форумы үтә. Байрамға Башҡортостан һәм күрше төбәктәр йәштәре саҡырылған.

Программала көрәш, мини-футбол, волейбол, гер күтәреү,  воркаут буйынса оҫталыҡ дәрестәре, һыбайлылар биатлоны, төрки халыҡтарының милли уйыны «Ылаҡ» кеүек ҡыҙыҡлы тамашалар,  республика эстрадаһы  йондоҙҙары ҡатнашлығындағы күңелле ял сәғәттәре ҡаралған. Ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йәштәр йыйыны төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү,  милли һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре, сәләмәт йәшәү рәүеше, төрлө милләт вәкилдәре араһында дуҫлыҡты нығытыу маҡсатынан уҙғарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика