«Башҡорт йөрәге»

«Башҡорт йөрәге» 31.10.2014

Бөгөн Өфөлә башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың  халыҡ-ара фестивале тамамланды. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән ансамблдәр, шулай уҡ Ҡаҙағстан ҡунаҡтары башҡорт бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Фестиваль Башҡортостан Президентының 10 миллионлыҡ грантына ойошторолған.

Башҡортостанға килгән бейеү коллективтары милли мәҙәниәтебеҙҙе яңы кимәлгә күтәргән, бөтә донъяға танытҡан Фәйзи Ғәскәровтың ижады менән яҡшы таныш. Күптәренең  программаларында башҡорт бейеүҙәре урын алған.  Фестиваль ҡунаҡтарына милли бейеүҙәребеҙҙе әҙерләүҙә республиканың 6 коллективы ярҙам итте. Артистар килгән  ҡунаҡтарға башҡорт бейеүҙәре нескәлектәрен өйрәтте, номерҙар әҙерләште. Ойоштороусоларҙың маҡсаты - башҡорт бейеүҙәрен дә, ирланд, һинд,  украин бейеүҙәре кеүек бар донъяға танытыу.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку