Башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнаусылар Силәбелә оҫталыҡ дәрестәре менән сығыш яһай

Башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнаусылар Силәбелә оҫталыҡ дәрестәре менән сығыш яһай 20.10.2016

Бороңғо музыка ҡоралдары ярҙамында тотош халыҡ тарихын өйрәнеү мөмкинлеге бар. Силәбеләргә был йәһәттән Рәис Низаметдинов менән Илдар Шакир ярҙам иткән.

Бөтә ҡитғаларҙы тиерлек урап сыҡҡан моң эйәләре өсөн бындай оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу тәүгеһе түгел. Виртуоз музыканттар Һарытау өлкәһендә лә моң һәм рух тарата. Көньяҡ Урал милләттәштәребеҙҙе башҡорт халҡының милли һәм мәҙәни мираҫын тоғро һаҡлаусы төбәк булараҡ ҡыҙыҡһындыра. Силәбе тарафтарында өзләү һәм мөнәжәт әйтеү киң үҫеш алған.
Илдар Шакир, «Йатаған» этно -төркөмө етәксеһе: «Риүәйәттәр,тарихи һәм ижтимағи ваҡиғалар аша үткәндәрҙе барлай алабыҙ. Күп тарихи ваҡиғаларҙы беҙ белмәйбеҙ. Бөгөн уларҙы өйрәнеп, йәштәргә тапшырыу бик мөһим».
Башҡортостандың билдәле сәнғәт әһелдәре ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә ике тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау, өзләү буйынса дәрестәрҙә барыһы ла әүҙемлек күрһәтте. Милли моңға һыуһаған халыҡ башҡа төрлө милли уйын ҡоралдарында ла уйнап ҡараны. Дәрес биреүсе оҫталар белдереүенсә, башҡорттоң моңға һәләте ҡанында .
Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар башҡорт музыкаһынан тыш, башҡа йүнәлештәр буйынса ла ҡыҙыҡһынды. Ошонда уҡ милли уйын ҡоралдары ла һатылды. Киләсәктә бындай осрашыуҙар даими үткәреләсәк һәм уларҙа шулай уҡ тарих , режиссура өлкәһе белгестәре лә ҡатнашасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика