Башҡорт халыҡ сәнғәтенә заманса һулыш

Башҡорт халыҡ сәнғәтенә заманса һулыш 28.12.2015

Учалы районы оҫталары кейеҙ баҫыу шөғөлөн Халыҡ-ара баҙарға сығарыу юлдарын үҙләштерә. Авторлыҡ хоҡуғындағы эштәр Рәсәй төбәктәренән тыш, Европа илдәренә һәм донъяның башҡа ҡитғаларына ебәрелә. Һүҙ аҫалы балаҫ, йә юрғандар хаҡында бармай, ә кейеҙҙән етештерелгән кейем-һалымдар көнбайышта ҙур популярлыҡ яулай. Башҡорт кейеҙе ҡабат модаға сыҡты.

Шулай уҡ, көртөй, сумка, йә бөтөнләй күлдәк өсөн тотоноласаҡ әҙер кейеҙ киҫәктәре. Эште еңеләйтеү өсөн оҫтабикәләр әҙер продукция файҙалана. Әйберҙең ҡатмарлығына ҡарап һарыҡ йөнөнән тыш, дөйәнеке лә ҡушыла. Нимә килеп сығасағын алдан билдәләүе ауыр. Сөнки кейеҙҙең дөрөҫ ятмауы ла мөмкин. Шуға ла улар ябай төҙөлөш ҡоралын - шымартыу машинаһын файҙалана. Бынан тыш, туҡмас таяғы кейеҙҙе нығытыуға, балалар һабыны әйбер төҫөн һаҡлап, уны йомшартыу өсөн уңайлы, ти йүнселдәр.
Йүнселдәр, сөнки һуңғы ваҡытта Аллаяровтарҙың эштәре Балтика илдәре, Швецария, Ҡушма Штаттар, хатта Австралияға ла сыға башланы. Шуға ла үҙенә күрә ғаилә бизнесына нигеҙ һалынған.
Бар йәйғор төҫтәрен үҙ эсенә алған күлдәк, көртөй, бейәләйҙәрҙән тыш, шулай уҡ аяҡ кейемен дә етештерә оҫтабикәләр. Мәҫәлән, был әйбергә ни бары 300 грамм йөн киткән. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренһә лә, оло сабырлыҡ талап иткән хеҙмәт. Күренеүенсә, фабрикала етештерелгәненән бер ҙә ҡалышмай.
Бар эштәр ҙә бер ысулда башҡарыла - ул ҡул көсө. Кейеҙҙән баҫылған әйберҙән тыш, хатта төймәләр ҙә ҡулдан эшләнгән.
Ирина Аллаярова, кейеҙ баҫыу оҫтаһы: «Аяҡ кейемен әҙерләү быйма баҫыуҙан бер ҙә айырылмай. Ул да әҙер, буялған һарыҡ йөндәренән әҙерләнә. Фантазияң ғына булһын! барыһын да эшләргә була».
Лира Аллаярова, кейеҙ баҫыу оҫтаһы: «Урам буйлап үтеп барғанда халыҡ мине иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Йыш ҡына ҡыуып етеп, ҡыҙыҡһыналар, тотоп ҡарайҙар. Хатта сарафан радиоһының тиҙ эшләүен иҫәпкә алғанда, төрлө яҡтарҙан килеп танышыусылар ҙа булғылай».
Бар етештерелгән әйберҙәр ҙә тик тәбиғи материалдарҙан эшләнгән, шуға хаҡы ла торошло. Мәҫәлән, күлдәк 8 мең һум торһа, сумка ике меңгә тәҡдим ителә, ә бәлтә  20 мең. Заманса кейеҙ баҫыу шөғөлөнөң киләсәгенә яҡты өмөттәр бағлай, йүнселдәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика