Башҡорт халҡының алтын мираҫы мәңгеләштерелә 22.04.2017

Һөйөнөслө хәбәр Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында «Урал батыр» эпосына арналған түңәрәк өҫтәлдә яңғыраны. Ә инде идея былтыр баш ҡалала үткән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә тәҡдим ителгәйне. Бөгөнгө һөйләшеүҙә  башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр»ҙы заманса өйрәнеү, тәржемә итеү һәм танытыу мәсьәләләре күтәрелде.

Фекер алышыуҙа билдәле йәмәғәт һәм фән эшмәкәрҙәре, педагогтар, уҡыусылар ҡатнашты. Рухи ҡомартҡыны мәңгеләштереүҙән тыш, түңәрәк өҫтәлдә эпосты яттан һөйләү буйынса халыҡ-ара интернет конкурс ойоштороу, ғилми хеҙмәт яҙыу кеүек һорауҙар ҙа ҡаралды. «Урал батыр» эпосын тәржемә итеү юлдары барланды.
Ә инде «Урал батыр» эпосын мәңгелләштереү мәсьәләһе былтыр күтәрелде. Скульптор Өлфәт Ҡобағошов авторлығында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернаты биләмәһендә барлығы 6 төр компоция барлыҡҡа килмәксе. Буласаҡ һәйкәл макеттары әҙер. Әле гимназия етәкселеге уны тормошҡа ашырыу юлдарын барлай. Ғөмүмән, мәғариф учреждениеһында «Урал батыр» эпосына бәйле, төрлө саралар йыл да ойошторола.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика