Башҡорт халҡы элек-электән донъяһын ҡул аҫтындағы ағас, таш, балсыҡ кеүек материалдар менән нығытҡан 04.11.2016

Хәйбулла районы кеүек дала яғында йәшәүселәр, бигерәк тә йылға буйында көн итеүселәр ҙә кәртә-ҡураһын ситәндән үргән. Ғөмүмән, бында үреү сәнғәте киң таралған. Иләс ауылы халҡы һуңғы йылдарҙа боронғо шөғөлгә йыш әйләнеп ҡайта. Ауыл мәҙәниәт йортонда «Үреү сәнғәтенә мәдхиә» исеме аҫтында үткән сара быға асыҡ миҫал.

Эҫе һауыт-һабаларҙы ултыртыуға тәғәйенләнгән аҫлыҡты беҙ магазиндарҙан һатып алырға күнеккәнбеҙ. Ә бына Иләс ауылында йәшәүсе Зилә Шәрипова уларҙы тал сыбығынан үҙе үрә. Эш тәү ҡарашҡа еңел кеүек күренһә лә, уның да үҙ нескәлектәре бар. Мәҫәлән, үреү материал булараҡ ҡулланылған тал сыбыҡтарының фәҡәт ерҙән үҫеп сыҡҡандарын алыу, артабан еүеш тотоу мотлаҡ.
Ә бына Аҫылбикә Туҡбаева үреү сәнғәтенең иң нәзәкәтле, иң матур төрө - сәйлән үреү менән шөғөлләнә. Бынан тыш, ябай ҡағыҙҙан эшләнгән һауыт-һабалар ҙа уның эше. Оҫта ҡулдарҙа гәзит биттәре матур кәрзиндәргә һәм башҡа һауыт-һабаға әүерелә.
Мурҙа, арҡан, ҡош ояһы, сана, ҡамсы кеүек көнкүреш әйберҙәрен дә  үреп эшләп була. Ҡасандыр һәр бейҙең ҡулында булған ҡамсы ла, ат ҡараҡлау өсөн ҡулланылған арҡан да үреү ысулы менән барлыҡҡа килгән. Атҡа йүгән, дилбәгәне хатта, ҡылдан үргәндәр. Бөгөнгө заманда был шөғөл нескәлектәрен башлыса оло быуын кешеләре генә белә. Ғәйнулла Ғәббәсов был һөнәргә биш-алты йәшлек сағында  өйрәнә.
Кеше үреүҙе сәнғәт төрөнә таш быуат заманында  уҡ әйләндергән. Ә бына Иләстәр был шөғөлгә бынан бер нисә йыл элек кенә ныҡлап тотона. Тәүҙә башлыса талдан ситән үреү менән генә булышһалар, аҙағыраҡ үреү сәнғәтенең башҡа төрҙәрен дә үҙләштерәләр. Йыл һайын ауылдың мәҙәниәт усағында ойошторолған сара ла йылдан йыл үҙенең йөкмәткелелеге, әҙерлек кимәле менән айырыла. Ауыл уңғандарының ошо тематикаға арналған бай күргәҙмәһе, дәртле йыр бейеүҙәре, ауыҙ-тел ижады өлгөләре ҙур иғтибарға лайыҡ.
Һөнәр - утта янмай, һыуҙа батмай торған хазина. Шулай ҙа замана шауҡымында уның да юғалып ҡалыуы ихтимал. Бындай саралар иһә үреү сәнғәте кеүек ҡатмарлы, ләкин мауыҡтырғыс шөғөлдөң артабан үҫеш алыуына булышлыҡ итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика