Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Һиндостанда 02.02.2015

Ижади коллектив  Дели ҡалаһында үтәсәк халыҡ кәсептәре һәм фольклоры халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша.

18 февралгә тиклем яҡташтарыбыҙ тамашасыларға «Урал батыр», «Һинд легендаһы» һәм «Панчатантра» спектаклдәренән өҙөктәр тәҡдим итәсәк. Ижади сәфәргә ун дүрт артист юлланған. Бынан тыш, театр күргәҙмә-лекция уҙғарып, ҡурсаҡтар менән нисек эшләргә кәрәклеген аңлатасаҡ. Оҫталыҡ дәресен Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин үткәрә. Әйткәндәй,  Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән Һиндостанды күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. 1987 йылда уҡ танылған режиссер Павел Мельниченко «Рамаяна» эпосы нигеҙендә «Һинд легендаһы» спектаклен ҡуя. Тамаша эпостың тыуған илендә ҙур уңыш ҡаҙана һәм   Джавахарлал Неру исемендәге премияға лайыҡ була. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры абруйлы наградаға лайыҡ булған Рәсәйҙәге берҙән-бер театр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика