Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Һиндостандағы гастролдән ҡайтты

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Һиндостандағы гастролдән ҡайтты 20.02.2015

Ижади коллектив  Дели ҡалаһында халыҡ-ара фольклор һәм  халыҡ кәсептәре фестивалендә ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙ тамашасыларға «Урал батыр», «Һинд легендаһы» һәм «Панчатантра» спектаклдәренән өҙөктәр ҡуйған. Ижади сәфәргә ун дүрт артист барған. Бынан тыш, театр күргәҙмә-лекция уҙғарып, ҡурсаҡтар менән нисек эшләргә кәрәклеген аңлатҡан.  

Илмар Әлмөхәмәтов, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры: «Фестивалдә ҡатнашыусылар  ун туғыҙ илдән  килгәйне. Ул Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Әрмәнстан.. һәм башҡалар. Мәҙәни берлек, теләктәшлек һәм тыныслыҡ атмосфераһын тойоуҙан күңелдәр күтәрелде. Һәр ил үҙенең  оҫталарын алып килгәйне. Беҙҙең тамашаларҙы Һиндостан тамашасыһы ла, ҡунаҡтар ҙа  бик йылы ҡабул итте».
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән Һиндостанды күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. 1987 йылда уҡ танылған режиссер Павел Мельниченко «Рамаяна» эпосы нигеҙендә «Һинд легендаһы» спектаклен ҡуя. Тамаша эпостың тыуған илендә ҙур уңыш ҡаҙана һәм   Джавахарлал Неру исемендәге премияға лайыҡ була. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры абруйлы наградаға лайыҡ булған Рәсәйҙәге берҙән-бер театр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика