Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары кескәй дуҫтарын Яңы йыл мажаралары менән таныштырыуын дауам итә

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары кескәй дуҫтарын Яңы йыл мажаралары менән таныштырыуын дауам итә 29.12.2015

Тамашала Башҡортостан Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы ағзаларының балалары ҡатнашты. Йөҙҙән ашыу малай-ҡыҙ әкиәт геройҙары менән шыршы тирәләй әйләнеп, байрам йырҙарын башҡарҙы, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға шиғырҙар һөйләне. Сарала киләһе йыл хужаһы Маймыл  балалар өсөн мауыҡтырғыс конкурстар ойоштороп, барыһын да изгелекле булырға өйрәтте.

Фойелағы сағыу тамашанан һуң балаларҙы ата-әсәләре менән бергә спектакль ҡарарға саҡырҙылар. Сәхнәлә «Ысын Яңы йыл детективы» ҡуйылды. Сценарий буйынса, йәнһүрәттән һәр кемгә яҡшы билдәле Гена крокодил үҙенең тоғро дуҫтары менән бергә юлбаҫарҙар тарафынан урланған Чебурашканы ҡотҡарырға тырыша. Әкиәттең заманса ҡоролошо, сағыу декорация, ҡурсаҡтар, махсус эффекттар - быларҙың барыһы ла кескәйҙәрҙә күтәренке кәйеф, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әйткәндәй, Рәсәйҙең Халыҡ мәғарифы һәм Фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы тарафынан бындай байрамдар тәүгә ойошторолмай. Һәр Яңы йыл тамашаһында балалар йәш арауығына бүленеп саҡырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика