Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актерҙары яңы миҙгелде премьера менән асты

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актерҙары яңы миҙгелде премьера менән асты 22.09.2014

Ижади коллектив йәш тамашасыларға «Зәңгәр диңгеҙ» әкиәтен тәҡдим итте.

Әкиәт авторы - балалар яҙыусыһы Борис Заходер. Ижадсының тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған спектаклде сәхнәгә Силәбе ҡурсаҡ театры режиссеры Борис Ходерев ҡуйған. Әкиәт диңгеҙҙә яңғыҙ йәшәүсе ҡыҫаланың дуҫтар эҙләүенә нигеҙләнгән. Спектакль барышында кескәйҙәр төрлө диңгеҙ балыҡтары менән танышһа, ололар мөхәббәт тарихына тамаша ҡыла. Декорация ла уңышлы һайланған. Сәхнә диңгеҙгә оҡшатып биҙәлгән. Ролдәрҙе марионетка ҡурсаҡтары башҡара.

Яңы миҙгелдә тамашасыларҙы театрҙа төрлө премьералар көтә. Әле артистар башҡорт телен өйрәнеү буйынса спектакль әҙерләй. Бынан тыш, 26 сентябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Ниточка» фестивале башлана. Дүрт көн дауамында күрше төбәк артистары тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы әкиәттәр менән ҡыуандырасаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку