Башҡорт дәүләт университетында Мостай Кәрим ижадына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте

Башҡорт дәүләт университетында Мостай Кәрим ижадына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте 31.10.2014

Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән әҙәбиәт белгестәре ҡатнашты. Сара сиктәрендә  Башҡорт дәүләт университетының «Шоңҡар» әҙәби ижад түңәрәгенең  80 йыллығы ла билдәләнде.

Буласаҡ халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижад ҡанаттары хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты, ә ул саҡта Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында нығынған. Уны тамамлағас та, шағир белем алған уҡыу йорто менән бәйләнештәрен өҙмәй, студенттар, уҡытыусылар менән осрашып тора. Бында әле лә Мостай рухы һаҡлана.
Студент сағында Мостай Кәрим  институттың «Шоңҡар» әҙәби ижад түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була. Әҙәби берекмә Башҡортостандың күп кенә күренекле ҡәләм оҫталарын тәрбиәләгән. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ойошторолған әҙәби түңәрәк  ул йылдарҙың йәш таланттарын туплай. Тәүге йылдарҙа барлыҡҡа килгән әҙәби традициялар «Шоңҡар»ҙа әлегәсә һаҡлана.
Әҙәби түңәрәктә студенттар бөгөн дә ҙур теләк менән  шөғөлләнә.  «Шоңҡар»ҙа быуындар күсәгилешлеге, әҙәби бәйләнештәр һаҡлана.
Әҙәбиәт - ул тормош дәреслеге, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Ошо көндәрҙә 95 йыллығы киң билдәләнгән халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады һәм тормош юлы ла күптәргә өлгө. Иҫтәлекле датаның  шағир шөғөлләнгән «Шоңҡар» берекмәһенең байрамы менән бергә билдәләнеүе лә тәбиғи. Сөнки Мостай Кәрим - әҙәбиәт күгендә балҡыған иң сағыу шоңҡарҙарҙың береһе.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика