Башҡорт дәүләт университетында эшләп килгән музей комплекстары мәғариф учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡорт дәүләт университетында эшләп килгән музей комплекстары мәғариф учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итәсәк 23.11.2017

Республика тарихы, мәҙәниәтенә бағышланған экспозицияларҙы бөгөн 35-се мәктәп уҡыусылар килеп ҡараны.

Музей етәкселеге  балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәүге тапҡыр   мауыҡтырғыс экскурсия әҙерләгән. Мәктәп уҡыусылар милли кейемдәр, биҙәүес әйберҙәре, боронғо эш ҡоралдары, йорт йыһаздары тураһында бай мәғлүмәт алып, үҙҙәренең һорауҙарын бирә алды. Малай-ҡыҙҙарҙы айырыуса археологик ҡаҙылмалар ҡыҙыҡһындырҙы. Хеҙмәткәрҙәр уларға үҙҙәрен был һөнәрҙә һынап ҡарау өсөн макет эшләгән. Этнография музейы менән танышҡандан һуң, уҡыусылар Башҡорт дәүләт университеты тарихы, зоология музейҙарын ҡараны.
Яңы күләмле программа сиктәрендә  киләсәктә ҡаланың башҡа мәктәп-гимназиялары уҡыусылары өсөн дә музей комплекстары буйлап экскурсиялар ойоштороу ҡаралған. Бындай саралар йәш быуында  илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика