Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә теология дәрестәре

Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә теология дәрестәре 18.08.2014

Быйылдан уҡыу йортонда яңы йүнәлеш буйынса уҡыуҙар башлана. Яңы һөнәрҙе үҙләштерергә теләүселәр өсөн ҡабул итеү көнө үтте.

Теология - дин нигеҙҙәрен өйрәнеүсе фән. Башҡорт дәүләт университетына ул федераль дәүләт стандарттарына ярашлы индерелә. Бөгөн абитуриенттар менән әңгәмәләшеү үтте. Уның барышында ислам диненә ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды. Ҡабул итеү комиссияһы сентябрь урталарына тиклем эшләй.
Теология йүнәлеше философия һәм социология  факультеты нигеҙендә уҡытыласаҡ. Программаға ғәрәп теле, уны уҡытыу методикаһы, ислам ҡанундарын,Ҡөрьәнде өйрәнеү кеүек дәрестәр инә. Бының өсөн уҡыу йорто дин әһелдәре, фән кандидаттары һәм докторҙар менән тәьмин ителәсәк. Белем алыу түләүле. Белгестәргә  дәүләт дипломы тапшырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика