Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Баязит Бикбайҙың «Салауат Юлаев» операһы йәнә тамашасы хөкөмөнә сығарылды

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Баязит Бикбайҙың «Салауат Юлаев» операһы йәнә тамашасы хөкөмөнә сығарылды 17.12.2016

Яңы ҡуйылышта тәҡдим ителгән әҫәр күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр сәхнә әҫәре 1955 йылда ҡуйылған. Ошонан һуң ул тағы ла өс тапҡыр үҙгәртелеп сәхнәгә сығарыла. Заманса алымдар, видеоинсталяция менән байытылған сираттағыһы халыҡты 18-се быуат ваҡиғаларына алып ҡайта. «Салауат Юлаев» операһы  нисәмә быуын тамашасыһы өсөн милли символ, легенда, йылъяҙма булып ҡала.

«Салауат Юлаев» операһына шулай уҡ «Салауат Юлаев» хоккей командаһы ла тамаша ҡылды. Спорт коллективы башҡорт телендә барған спектаклдән ҡәнәғәт булыуын йәшермәне. Башҡорт халҡының үткәненә байҡау яһаған сәхнә әҫәренән һуң, спортсылар төп ролде башҡарыусыны сәкән һәм хоккей клубы костюмы менән бүләкләне.
Игорь Захаркин, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы баш тренеры: «Салауат Юлаев символында ысын мәғәнәһендә, ғорурлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө ярылып ята. Ысын атлеттар өсөн был бик мөһим. Образды боҙ майҙанында ла һынландырырға тырышыуыбыҙ шулай уҡ, батырлыҡҡа тиң, тип әйтергә инем. Ижади коллективҡа ҙур эш башҡарғандарына оло рәхмәтемде белдерәм».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика