Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Ҡара йөҙҙәр» әҫәре сәхнәләштереләсәк

Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Ҡара йөҙҙәр» әҫәре сәхнәләштереләсәк 15.08.2014

Милли  әҙәбиәтебеҙ  классигы Мәжит Ғафури повесы буйынса ҡуйыласаҡ  сәхнә әҫәре  Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булды. Яңы спектакль театрҙың 95-се юбилей миҙгелен асасаҡ.  

Башҡорт академия драма театры йәйге ялдан һуң ең һыҙғанып эш башланы. Театрҙың  95-се юбилей миҙгеленең  ваҡиғаларға  бай булыуы, алда торған ижади пландарҙың күплеге, сараларҙың яуаплылығы коллективтың быйылғы миҙгелдәге тәүге йыйылышында уҡ билдәләнде. Репетициялар, яңы спектаклдәр өҫтөндә эш тәүге көндән үк башланды.
95-се юбилей миҙгелендә Башҡорт академия драма театры тамашасыһы иғтибарына бик күп үҙенсәлекле сәхнә әҫәрҙәрен тәҡдим итәсәк. Улар исемлегендә Мәжит Ғафури повесы буйынса ҡуйылған «Ҡара йөҙҙәр» драмаһы, Баязит Бикбай пьесаһы буйынса Хәмит Ирғәлин эшкәртеүендә «Ҡаһым түрә»,  Мольерҙың «Ҡарун» комедияһы, Рәлиф Кинйәбаевтың «Әбей урлау» әҫәре һәм Федор Достоевский  романы  буйынса  сәхнәләштерелгән  «Карамазовтар».  Юбилей миҙгелендә Мәжит Ғафури исемендәге театр республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе  лә ҡыуандырасаҡ. Алда башҡорт артистарын  Мәскәүгә, Ырымбурға, Ҡазанға һәм Алма-Атаға  гастролдәр көтә. 95 йыллыҡ юбилейға бағышланған тантаналы кисә Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә 19 декабрҙә уҙа.
Зилә Баймырҙина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика