Башҡорт асыҡ КВН лигаһының Йәйге кубогын Ҡаҙағстан йәштәре яуланы 15.08.2016

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында шаяндар һәм отҡорҙар фестиваленең сираттағы уйыны үтте. Был юлы ул Мәғариф һабантуйы сиктәрендә ойошторолдо.

Башҡорт асыҡ КВН лигаһының Йәйге кубогын яулау өсөн өс команда һынау тотто. Бөрө районынан Рәсүл Ҡолдәүләтов бер үҙе бер бер команда булып сығыш яһаны. Шаяндар һәм отҡорҙар уйындарында Рәсүл бишенсе йыл сығыш яһай. Сценарийҙы ла үҙе яҙа. Ғәҙәттә шаяртыуҙар көндәлек тормоштан алына.
Ҡаҙағстан командаһының башҡорт сәхнәһендәге тәүге  сығышы ла күптәрҙе таң ҡалдырҙы. Тамашасылар туғандаш халыҡ вәкилдәренең үҙ  телендә шаяртыуын тәржемәсеһеҙ ҙә аңланы. «КАЗИИТУ» йәғни Ҡаҙағстан мәғлүмәт технологиялары идаралығы институты йәштәрен Өфө тамашасаһы йылы ҡабул итте.
«КАЗИИТУ» командаһының тапҡыр һүҙлеге Башҡорт асыҡ КВН лигаһының еңеүсеһен билдәләгәндә икеләнергә урын ҡалдырманы -  Йәйге кубок бер тауыштан туғандаш республика вәкилдәренә күсте.  Уҙған ял көндәре Иглин районында үткән Мәғариф һабантуйы сиктәрендә ойошторолған шаяндар һәм отҡорҙар уйынында тәүге тапҡыр Силәбеләр ҙә сығыш яһаны. Ә был аҙна аҙағында Бөрйән районында Башҡорт КВН-ына арналған семинар үтә. Сара сиктәрендә  йәштәрҙең  ижади мөмкинлектәре, фекерләү ҡеүәһе һәм идара итеү оҫталығын үҫтереүгә йүнәлтелгән тренингтар ойоштороу ҙа ҡаралған.
.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика