Баш ҡаланың Наил Латфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейында Рәис Ғәйетовтың сираттағы күргәҙмәһе асылды

Баш ҡаланың Наил Латфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейында Рәис Ғәйетовтың сираттағы күргәҙмәһе асылды 04.04.2015

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл самаһы элек танылған рәссам юл фажиғәһенә осрағайны. Һаманғаса ул ауыр хәлдә дауаханала ята, тәүлек әйләнәһенә ҡарауға мохтаж.

Рәис Ғәйетов ауыр хәлдә дауаханала ятһа ла, ижад итеүҙән мәхрүм түгел. Тормошто ул әле булһа ла сағыу төҫтәрҙә сағылдыра. Ҡулына ҡылҡәләмде ярты йыл элек кенә алған.
Юл фажиғәһенән һуң уның тормошо икегә бүленә. Былтыр апрелдә билдәле рәссамды машина бәрҙерә. Һөҙөмтәлә ул ай ярым аңына килә алмай ята, һуңынан тиҫтәләгән дауаханаларҙа дауалау курстары үтә. Әлегә ижадсының сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Ләкин ваҡыт тар, яҡындары сит ил табиптары ярҙамына өмөт итә.
Беҙ әле йоғонтоһо көслөрәк булған реабилитация үҙәген эҙләйбеҙ. Дауаланыуҙа алға китеш булырға тейеш. Рәис тиҙерәк аяҡҡа баҫып, кире яратҡан эшенә ҡайтһын ине...
Рәссамдың хәлен дауаханаға килеп ижадташ дуҫтары даими белешә, төрлө яҡтлап ярҙам күрһәтә. Ошо көндәрҙә Наил Латфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейында Рәис Ғәйетовтың сираттағы күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла авторҙың  йөҙгә яҡын эше тәҡдим ителгән. Ҡылҡәләм оҫтаһы үҙен төрлө стилдәрҙә һынап ҡараған, шул уҡ ваҡытта ижад кәштәһенең тематикаһы ла бай.
Күргәҙмәгә ҡуйылған эштәрҙе һатып алып, рәссамға ярҙам итергә була. Аҡса ижадсыны дауалауға китәсәк. Бер нисә көн эсендә тиҫтәгә яҡын картина үҙенең хужаһын тапҡан да инде. Рәис Ғәйетов эшмәкәрлегендә сағыу һәм ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырып, бер деталде лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышҡан кеүек. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ образын ул төрлө яҡлап аса.
Тәбиғәтте, бар тереклекте яратҡан рәссам үҙенең ижадында ауыл-ҡала тормошон да сағылдыра. Әйтәйек,был картинала ул яҙғы ҡояшты һүрәтләй. Шулай уҡ уның күп кенә эштәре ауыл мәсетенә, киске намаҙ ваҡытына бағышланған.
Рәис Ғәйетов графист булараҡ та билдәле. Экспозицияла авторҙың баҫма графика техникаһында яһалған эштәре күп. Бында ла ҡылҡәләм оҫтаһы аҡ-ҡара төҫтәр менән генә сикләнмәй, сағыу төҫтәр ҡуллана. Яҡтылыҡҡа ынтыла. Кем белә, бәлки, рәссамдың ижад донъяһындағы ҡыйыулығы үҙ тормошонда ла сағылыш табыр. Өмөт бар, ти табиптар.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика