Баш ҡалала ШОС һәм БРИКС саммиттары үткән урындар буйлап экскурсиялар дауам итә

Баш ҡалала ШОС һәм БРИКС саммиттары үткән урындар буйлап экскурсиялар дауам итә 27.07.2015

Һәр теләүсе Конгресс холлға инеп, тарихи документтар ҡул ҡуйылған өҫтәлдәрҙе күреп, донъя лидерҙары фотоға төшкән фонда үҙе лә иҫтәлеккә фотоһүрәт эшләй ала. Был мөмкинлектән сит ил ҡунаҡтары ла файҙалана.

Артта меңәрләгән саҡрымдар. Бер аҙна ел-ямғырға ҡарамай юлын дауам иткән мотосәйәхәтселәр Танкут менән Седен Төркиәнән Байкалға юл тота. Бер ыңғай ғаилә Башҡортостандың баш ҡалаһына ла һуғылып китергә була. Сәйәхәтселәр саммиттар майҙаны менән ҡыҙыҡһына.

Өфөлә үткән саммиттар тураһында белмәй ҡалыу мөмкин түгел ине, ти Төркиә ҡунаҡтары. Сәйәси сара тураһында һәр мәғлүмәт сығанағы хәбәр иткән. Дәүләт етәкселәре әңгәмәләшкән залдарҙы күргәс, ҡунаҡтар төбәк тарихы менән дә танышырға теләне. "Ватан" этнопаркы бының өсөн иң яҡшы урын.

Башҡортостанда йәшәүсе милләттәр менән танышҡас ҡунаҡтар теләк ағасына таҫма бәйләй. Седен ғаиләһенә һаулыҡ, улдарының яҡшы уҡыуын, сәйәхәттәре яҡшы тамамланыуын теләне. Артабан әлбиттә милли кейемдәрҙә фото төшөү. Бер аҙ шаярып алырға ла була.

Башҡорт балын да тәмләп ҡараны сәйәхәтселәр. Ризыҡ Төркиә ҡунаҡтарына шул тиклем оҡшаны, мотоциклда урын әҙ булыуына ҡарамаҫтан, күстәнәскә лә алырға булдылар. Сәйәхәтселәр Өфөнө килеп күреүҙәренән ҡәнәғәт ҡалды.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм мәсьәләләре буйынса комитеты белгестәре ШОС һәс Брикс саммиттарынан һуң Өфөгә килеүсе туристар һаны бер нисә тапҡырға артты тип хәбәр итә. Саммит алдынан тағы ла күркәмләнгән   баш ҡаланы сит ил һәм башҡа төбәктәр ҡунаҡтары ғына түгел,  райондар халҡы ла күрергә теләй.

Конгресс-холл, "Ватан" этнопаркы туристар өсөн асыҡ. Бында экскурсиялар ойошторола, ирекмәндәр һәр һорауға яуап бирергә әҙер.

Конгресс-холл буйлап экскурсиялар көн һайын көндөҙгө сәғәт 1-ҙә, 3-тә һәм 5-тә ойошторола. "Ватан" этнопаркы иртәнге ундан киске унға тиклем асыҡ.

Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика