Баш ҡалала Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәевтың тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы концерт үтте

Баш ҡалала Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәевтың тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы концерт үтте 28.03.2016

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисының көслө, бәрхәт тембрлы тауышы сит илдә йәшәүселәрҙең дә күңеленә яҡын. Һәләтле йырсыны иҫкә алыу кисәһендә сәнғәт юлына уның менән бергә баҫҡан опера, балет оҫталары, эстрада артистары сығыш яһаны. Радик Гәрәев ижадҡа бала сағынан уҡ ғашиҡ була. Үҙенең тәүге премияһын ул 1980 йылда  Сочиҙа үткән Бөтә Рәсәй конкурсында ала, ә инде «Ҡыҙыл ҡәнәфер» халыҡ-ара бәйгеһендә еңгәндән һуң, ысын мәғәнәһендә сәхнә йондоҙона әйләнә.

90-сы йылдарҙа Радик Гәрәев опера һәм балет театрының етәксеһе итеп тәғәйенләнә, ул эшләгән осорҙа «Шаляпин кисәләре», Рудольф Нуриев иҫтәлегенә балет фестивалдәре ойошторола башлай. Бынан тыш, талант эйәһе сәхнәлә сығыш яһауын да туҡтатмай. Ғүмере генә ҡыҫҡа була. Егерме йыл элек, ҡырҡ йәшендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика