Баш ҡалала ойошторолған «Ҡыҙыл таң»дың сираттағы йырлы кисе Иглин районы халҡын берләштерҙе 19.11.2015

Был фестиваль өс йыл элек старт ала, уның сиктәрендә ай һайын күләмле концерттар ойошторола. Мәҙәни сараның үҙенсәлеге шунда: райондың үҙешмәкәр артистары Өфөлә йәшәүсе яҡташтарына «сәхнә күстәнәстәрен» алып килә

Ғәҙәттәгесә бында йыр-моң, бейеү-көлкө тынмай. Осрашыуҙа иглиндар  билдәле яҡташ шағирҙарының әҫәрҙәрен дә уҡыны. Бынан тыш ,Меңйетәр мәҙәниәт йорто артистары тамашасыға  «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе, йәш драматург Айҙар Зәкиевтың «Тулҡындар ҡанатында» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклен тәҡдим итте. Тамаша редакция хеҙмәткәрҙәрен дә, байрамға саҡырылған ҡәләм оҫталарын да шатландырҙы .
«Ҡыҙыл таң»дың йырлы кистәре»нә ҡунаҡҡа килеүсе район халҡы ғәҙәттәгесә махсус күргәҙмәләр әҙерләй. Фойела Иглиндә етештерелгән продукциянан тыш, үҙешмәкәр рәссамдар Анатолий Романов менән Константин Трегубовтың эштәре лә ҡуйылды. Китапхананың күсмә күргәҙмәһе лә төрлөлөгө менән айырылып торҙо. Унда шағир Геннадий Зайцевтың һуңғы китабы урын алды. Редакция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, был проект район-ҡала халҡында ҙур танылыу яулаған. Берҙәмлек концертында ҡатнашырға теләк белдереүселәр ҙә күп.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика