Баш ҡалала башҡортса бейерлек урындар бармы?

Баш ҡалала  башҡортса бейерлек урындар бармы? 27.02.2015

Ысынлап та, Өфөлә теләгән ваҡытта барып рәхәтләнеп күңел асыу мөмкинлеге юҡ кимәлдә.  Башҡорт дискотекаларына йөрөгө лә килмәй, йәштәр төшөрөп ала ла һуғышырға тотона, тип ризаһыҙлыҡ белдереүселәрҙе лә йыш ишетергә тура килә.  

Һуңғы осорҙа башҡорт йәштәренең йыйындары - дискотекалар даими үткәрелә башланы. Әгәр 90-сы йылдар аҙағында  баш ҡалала йылына тик биш-алты сара уҙғарылһа, бөгөн  улар айына бер нисә тапҡыр үтә. География ла киңәйгән. Мәскәү, Санкт-Петербург, Сорғот ҡалалары, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә туған телдә мәҙәни саралар ойоштороп, күңелле ял итә. Тик һәр ваҡытта ла күңеллеме?!
Йәштәрҙең талаптары тиҙ үҙгәрә. Элек барыһын да йырсылар менән ылыҡтырып булһа, хәҙер баш ҡалала концерттар күп үтә. Өҫтәүенә, был ысул үҙен гел генә аҡламай. Шуға ла һуңғы йылдарҙа башҡорт дискотекалары ҡаланың зауыҡлы клубтарында үткәрелә башланы. Сараға эләгәм тиһәң, үҙеңде лайыҡлы тот. Кире осраҡта,  мәҙәни үҙәк һаналған ҡалала һиңә ҡырағай , тип ҡараясаҡтар.  
Фәтих Муллахмәтов, «BASHKORT PARTY» проекты етәксеһе, ди-джей: «Элеккегә ҡарағанда беҙҙең мәҙәниәт үҙгәрҙе яҡшыға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,элек йә һуғыштар, йә эскелек көслө була торғайны. Шуныһы ҡыуаныслы: дискотекаларға хәҙер ял итер өсөн, пар табыр өсөн киләләр».
Шулай ҙа тәртипһеҙлек бөгөн дә юҡ түгел. Клубтарҙа сәғәт икенән һуң барыһының да кәйефе саманан тыш күтәренке. Өс-дүрт тулыуға дискотекала ҡалыу, хатта хәүефле лә, ти ҡайһы берәүҙәр.  
Хатта, айыҡ тормошҡа өндәгән дискотекалар ҙа тулыһынса айыҡ үтмәй. Спиртлы эсемлектәр һатып табыш алыусы клубтар бындай сараларҙы уҙғарыуға ризалашып бармай. Шуға дискотека «айыҡ» үтәме-юҡмы йәштәрҙең үҙҙәренән тора:
Ләйсән Мәзитова, «Тамыр» телеканалы режиссеры, башҡорт дискотекаларын ойоштороусы: «Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән" тиҙәр бит халыҡта. Әгәр ҙә өйҙә шундай тәрбиә бар икән... йәштәр тулыһынса аңлап етә алмайҙар, айыҡ көйө күңел асып була тигәнде. Бөгөн дискотекалар ғына түгел, төрлө туйҙар ҙа үткәрергә тура килә, ғөмүмән алғанда, төрлө мәжлестәр, һәм әгәр ҙә мәжлес айыҡ рәүештә бара икән кешеләр нисектер аптырап та ҡалалар - нисек инде улай, саҡ ҡына булһа ла эсергә мөмкин тигән һүҙҙәр ишетергә тура килә».
Күптәр бер нисә йыл элек эшләп алған башҡорт дискотекаларын хәтерләйҙер, моғайын. «Иҙел» бистроһы, «Дм. дэнс бар», «Газетта» һәм башҡа клубтарҙа ойошторолған күңел асыу саралары ни өсөндөр оҙаҡҡа барманы. Әллә тағы ла йәштәр ғәйеплеме?... Ни тиһәң дә, тәүгеһендә йәмһеҙ күренештәр, бигерәк тә, егеттәрҙең тәртипһеҙ ҡыланған осраҡтары күп теркәлде. Бәлки, шуғалыр ҙа  
«Дарман» проекты егеттәре башҡорт дискотекаһын айына бер тапҡыр ғына үткәрә.
Булат Сарбаев, «Дарман» проекты продюсеры, ди-джей: «Беҙҙең Өфөлә үткән сараларҙа йыш ҡына ишетергә тура килә, һеҙ ҙә спиртлы эсемлектәр эсмәйенсә лә күңелле ял итеп була икән тип, тырышабыҙ дәрт-дарман биреп күңелле итеп үткәрергә. Кеше бында хатта барға ла барып етмәй, күңелле ял итеп ҡайтырға мөмкин».
Продюсер Заһир Ҡотлосурин белдереүенсә, һуңғы ике-өс йылда баш ҡалала  мәҙәни сараларға даими йөрөүсе ҡатлам барлыҡҡа килде. Уларҙың күбеһе үҙен әҙәпле тотһа ла, ҡуйылған талаптарҙы иңҡар итеүселәр ҙә бар.
Заһир Ҡотлосурин, продюсер: «Һигеҙ йәштән һуң тамашасы үҙенең әхлаҡи талаптарына үҙе яуап бирергә тейеш. Ә әхлаҡ ул ғаиләлә ярыла. Беҙ бөгөн ун һигеҙ йәше тулған йәштәрҙе нисек тә булһа тәрбиәләй алмайбыҙ».
Өфөлә аҙна аҙағында бер-ике йәштәр байрамы уҙғарыла икән, был ыңғай күренеш.  Тик ни өсөн шаршамбы, йә кесе йома көндәре башҡортса төнгө дискотекалар үткәрелмәй?! Дуҫтар, ғаилә менән аҙна уртаһында ҡайҙа күңел асырға була?!  Әлбиттә, йәштәр берҙәм, тәртипле булғанда ғына алтын урталыҡ табырға мөмкин. «Башҡорт» дискотекаһы үткән  клубтарҙа  милләттең мәҙәни кимәле лә сағыла. Тимәк, халҡыбыҙҙың абруйын төшөрмәү беҙҙең үҙебеҙҙән тора.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка
АСХАТ ДАВЛЕТЩИН
02.03.2015 16:37:01
в самаре  ,перед новым годом ,группа "караван "из уфы ,организовала  концерт в кафе   для башкирской молодежи.вся  башкирская  молодежь была довольна. кто ищет -тот найдет способ !! кто не хочет -тот причину ищет.   "караван  " первая ласточка в самаре  , после 20 летнего перерыва.

Возврат к списку


Яндекс.Метрика