Баш ҡалаға бер көнлөк сәйәхәт 29.08.2016

Әбйәлил районы Озерный ауылының «Ихлас» халыҡ фольклор ансамбле Өфөгә сәфәр ҡылды. Ижади коллектив ағзаларының күптәре баш ҡалала оҙаҡ йылдар булғаны юҡ.

Муйыл Хисмәтова бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ. Махсус музыка белеме булмаһа ла, профессионалдәрҙән бер ҙә ҡайтыш түгел. Өфөгә барып сығыш яһау уның күптәнге хыялы. Ниһайәт, бөгөн ул тормошҡа ашты. Өй эштәре, тормош мәшәҡәттәренән арына алмаған өс бала әсәһенең баш ҡалаға дүрт тиҫтә йылдан ашыу килгәне булмаған.
Муйыл Алтынбай ҡыҙы баш ҡалаға Әбйәлилдең Озерный ауылының «Ихлас» халыҡ фольклор ансамбле ағзалары менән бергә килә. Күптәрҙең баш ҡалаға оҙаҡ йылдарҙан һуң аяҡ баҫыуы араларында тәүгә килеүселәр ҙә бар. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарына әбйәлилдәр йырлы-моңло күстәнәстәрен еткерергә ашыҡты.
Ансамблдең исеме есеменә тап килеп тора. Ағинәйҙәрҙең ихласлығы барса халыҡты үҙенә йәлеп итте. Араларында бейергә төшөүселәр ҙә булды.
Өфөгә сәфәр артабан «Ләлә» мәсете, «Ете ҡыҙ» фонтанында дауам итте. Бер көнлөк сәйәхәт онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Ул иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика