«Барҙа йыйыны» 21.06.2016

Пермь крайында яҙғы ҡыр эштәренән һуң ойошторолған һабантуйҙар был төбәктә элек  «йыйын», тип аталыр булған.  Ололар хәтерләүенсә, йыйындар 11 ауылда уҙғарылған. Барҙа йыйыны, Удик йыйыны, Сараш йыйыны һәм башҡа ауылдарҙа уҙғарылған йола байрамына халыҡ пар ат, өсәр ат егелгән кырандастарҙа барған. Хәйер, хәҙерге заманда ла, йыйындар үҙ әһәмиәтен юғалтмаған. Киләһе яҙма Пермь крайында уҙған Барҙа йыйынынан әҙерләнде.

Һабантуй-йыйындарҙың төп әһәмиәте - хеҙмәт кешеһенең эшен баһалау, уларҙы хуплау һәм дәртләндереү. Барҙа йыйыны ла төрлө  предприятиеләр, дәүләт учреждениеләре,  ауыл хужалығы коллективтары алдынғылары парады менән асылды. Йыйын ҡунаҡтарын край губернаторы, край Хөкүмәте һәм район хакимиәтенең рәсми вәкилдәре ҡотланы. 2013 йылда Барҙала Бөтә Рәсәй һабантуйы  уҙғарылғайны. Край губернаторы әйтеүенсә,  ошондай милли байрамдар халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә.
Йыйынға крайҙың барлыҡ райондарынан да үҙешмәкәр фольклор коллективтары килгәйне. Ҡунаҡтар тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторған экспозиция, урындағы башҡорт ауылдары этнографияһына арналған бай күргәҙмәләр менән танышты,  милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте.
Йыйында иң күп тамашасыны  көрәш келәме йыйҙы. Дүрт ауырлыҡта көрәш серҙәрен саҡ өйрәнә башлағандар ҙа, шулай уҡ Рәсәй чемпиондары ла бил һынашты. Көрәш ветерандары турниры ла ойошторолдо. 80 килограммға тиклемге көрәшселәр араһында Башҡортостандың Тәтешле районы батырҙары берәүгә лә бил бирмәне. Әммә, Барҙа-батыры исеменә Барҙа егете - Руслан Мәмәтов лайыҡ булды.
һабантуйҙар һәр кемдең дә көтөп алған байрамы. Барҙа йыйыны- һабантуйында олоһо ла, кесеһе лә кинәнеп күңел асты,  халыҡ уйындарында үҙ һәләтен һынап ҡараны. Күрше өлкәлә йәшәүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ рухи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләп һаҡлауын йәнә иҫбатланы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика