Балтас районының Уҫман ауылында мәсет асылды

Балтас районының Уҫман ауылында мәсет асылды 05.10.2016

Тантана тирә-яҡ ауылдарҙа, сит өлкәләрҙә йәшәүсе яҡташтарҙы бергә йыйҙы. Майҙа ғына нигеҙ ташы һалынған мәсет ауылдың иң ҡалҡыу урынында нур бөркөп ултыра. Күңелдәре дингә, иманға тартылған мосолмандар мәсет асылыуын түҙемһеҙләнеп көткән.  Сөнки уҙған быуат урталарында бындағы мәсеттең манараһы ҡолатыла, урындағы халыҡ алтмыш йылға яҡын күрше ауыл мәсетенә йөрөргә мәжбүр булған.

Ауылдаштарының теләген Уҫман ауылында йәшәүсе Марат Латипов тормошҡа ашыра. Эшҡыуар үҙ аҡсаһына ыҡсым ғына мәсет төҙөп ултырта. Әсәһе хөрмәтенә иман йортона «Зәйтүнә» тип исем бирә.
Иман йортоноң асылыуы ошо ауылда тыуып үҫеп, әле ситтә йәшәгән ауылдаштарҙы берләштерҙе. Мәсетле булыуға оло йәштәгеләр генә түгел, йәштәр ҙә ихлас һөйөнә.
«Зәйтүнә» мәсете районда  утыҙ өсөнсө иман йорто. Тағы ла өсәүһендә төҙөлөш бара.  Ауыл халҡы үҙҙәре теләк белдерә, тимәк, ауылдарға иман ҡайта, ти имам-ахун Рәфис Шәйхәйҙәров.
Ауыл халҡы һәр бер байрамды үткәрер изге урын төҙөлөүенә шатланып бөтә алмай. Сөнки улар мәсеттең халыҡты берләштерер көскә эйә икәнен яҡшы аңлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика