Балалар өсөн ШОС ҺӘМ БРИКС 06.07.2015

Учалы районының Ҡалҡан балалар һауыҡтырыу лагерында үҙенсәлекле байрам ойошторолдо.

Ял итеүсе ҡыҙҙар-малайҙар төркөмдәргә бүленеп саммиттарҙа ҡатнашасаҡ илдәрҙең мәҙәниәте, тарихы менән таныштырҙы. Үҫмерҙәр ҡытай, һинд һәм башҡа халыҡтарҙың милли кейемендә байрамға йыйылыусыларҙы сит телдә сәләмләп ҡаршы алды. Байрамда барыһы ла ихлас ҡатнашты. Әйткәндәй, лагерҙа был тәүге саммит түгел. Ул  заезд һайын ойошторола. Илдәр йәрәбә буйынса һайлана. Уҡыусылар ШОС һәм БРИКС илдәренең бер нисәһе менән таныштыра.
Арина Фролкина, Ҡалҡан балалар һауыҡтырыу лагерында ял итеүсе: «Беҙ байрамда Рәсәйҙең милли үҙенсәлектәре менән таныштырҙыҡ. Миңә оҡшаны. Ҡалҡан лагерына йыл һайын киләм. Был ниндәйҙер мөғжизәле ҡала һымаҡ. Ял итеүсе балалар тулыһынса асыла, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бындай байрамдар беҙҙе берләштерә, дуҫтар табырға ярҙам итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика