«Балалар альбомы» 03.11.2014

Республикала ошо исем аҫтында  хәйриә проекты дауам итә.  Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм «Мәрхәмәт» фонды мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн  классик музыка концерттары ойоштора.  

Балалар альбомы - йыл башында уҡ старт алған проекттарҙың береһе. Ун айҙан ашыу ваҡыт эсендә йәш  тамашасылар  5 концерт ҡараған. Ижади кисәләр Өфө, Салаут, Ишембай, Мәләүез, Сибай ҡалаларында  ойошторолған. Әммә бер программа икенсеһен ҡабатланмай, репертуарҙар үҙенсәлекле итеп төҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың бөтәһен дә бәйләгән уртаҡ сифат  бар -   донъяның музыка ҡомартҡыһы менән таныштырыу, мәҙәни мираҫҡа һөйөү уятыу, музыка донъяһына алып инеү.
Сәхнәлә  Стәрлетамаҡтың өлгөлө малайҙар хоры. Балалар коллективы  Петр Чайковский,  Жорж Бизе, Георгий Свиридов әҫәрҙәрен, шулай уҡ   композитор  Дмитрий Батиндың  яңы композицияһын башҡарҙы.  Был сәхнә оҫталары кескәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан  Рәсәйҙең балалар хоры составында  Сочиҙағы Олимпия уйындарын ябыу тантанаһында  ҡатнашып өлгөргән дә инде.
Концертҡа Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларынан  меңдән ашыу бала  саҡырылған.  Улар араһында  балалар йортарында тәрбиәләнеүселәр,  мөмкинлектәре сикләнгәндәр, шулай уҡ  музыка һәм хореография мәктәптәре  уҡыусылары...  
«Балалар альбомы» проекты сиктәрендәге концерт ял көндәрендә Өфөлә лә үтте. Баш ҡалалағы  концерт та юғары кимәлдә уҙҙы. Тамашасылар  һәр номерҙы  алҡыштарға күмде. Тамашанан Башҡортостан Президенты ла ла ситтә ҡалманы.
Ойоштороусылар әйтеүенсә,  «Балалар альбомы» проекты киләсәктә лә дауам итәсәк. Яңы йыл алдынан инде кескәйҙәрҙе  мауыҡтырғыс һәм мөғжизәле әкиәт донъяһына сәйәхәт көтә,  тамашаның исеме әлегә сер булып ҡала.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика