БАЛАЛАРҒА ШАТЛЫҠ ӨЛӘШӘМ 02.06.2016

Бөтә Рәсәй акцияһы Республика балалар приютының Иглин районы Охлебинин ауылындағы филиалында үтте. Бағыусылар, район етәкселеге ваҡытлыса ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға мул күстәнәстәр менән килгән.

Охлебинин ауылында урынлашҡан приют 40  балаға иҫәпләнгән. Өс йәшлек сабыйҙан алып 18 йәшлек үҫмерҙәр бында яҡлау һәм һаҡлау тапҡан. Тәрбиәселәр, уҡытыусылар балаларҙы яҡлау көнө иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалған. Сәхнәнән яңғыраған йыр-моңдар тулы ғаиләләге бәхетле бала саҡ хаҡында.
Район хакимиәте үҫмерҙәр спортҡа ылыҡһын өсөн футбол уйынына ҡапҡалар, ә «Фарфор» рестораны етәксеһе Данил Панючкин малай-ҡыҙҙар заман техникаһы менән яҡшы эш итә белһен өсөн компьютерҙар  бүләк итте. Балалар бындай бүләктәргә ифрат шат. Заманса йыһазландырылған компьютер класында бер юлы һигеҙ кеше шөғөлләнә ала.
Бағыусыларға рәхмәт, уларҙың йомартлығы арҡаһында беҙ компьютерҙар менән эшләй алабыҙ. Заманса техниканы яҡшы белеү беҙгә уҡығанда кәрәк буласаҡ.
Тәмлекәстәргә бай, ҡыҙыҡлы уйындар, күңелле йырҙар менән үрелеп барған байрамды балалар йыл буйы көтөп алған. Ижади конкурстар еңеүселәре, уҡыу, йәмәғәт алдынғылары  Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Бала хоҡуҡтары вәкиленән Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр алды. Бүләкләнеүселәр араһында Зеифира Яковлева ла бар. Ул витраж стилендә һүрәт төшөрөп беренсе урын яуланы. Йәнһүрәт геройҙары тормошон сағылдырған һүрәттәрҙең буяуы ла кибеп өлгөрмәгән. Улар махсус күргәҙмәлә урын аласаҡ.
Земфира Яколева, приютта тәрбиәләнеүсе: «Мин бөгөнгө шатлығым хаҡында  яҡындарыма - әсәйемә һәм өләсәйемә телефондан шылтыратып хәбәр итәсәкмен. Минең шатлығымдың сиге юҡ. Беренсе урын алыуым көтөлмәгәнсә булды».
Өфө эшҡыуары  Данил Панюшкин Республика балалар приюты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Былтыр Өфөләге балалар приютына компьютерҙар бүләк итһә, быйыл Охлебинин ауылындағыһына  ярҙам ҡулы һуҙған. «Балаларға шатлыҡ» Бөтә Рәсәй проекты социаль яҡтан ауырлыҡ кисереүсе балаларға ярҙам итеү өсөн иң кәрәкле проект. Уның сиктәрендә бағыусылар мохтаж булғандарға ярҙам итә ала.
Данил Панюшкин, бағыусы: «Хәҙерге компьютер технологиялары менән  балалар иркен ҡуллана алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Беҙҙең маҡсат - киләсәктә үҙ һөнәрҙәре менән илебеҙ көсөн һәм ҡеүәтен арттырасаҡ балаларға заман техникаһын биш бармағылай яҡшы өйрәтеү өсөн шарттар булдырыу».
Охлебинин ауылында социаль приют балаларына ойошторолған байрам  ысыны мәғәнәһендә малай-ҡыҙҙарға күңел  һәм рух күтәреңкелеге лә бирҙе. Был балалар бөтәһе лә ваҡытлыса ауырлыҡтар кисереп, приютҡа эләккән. Һауаға  осоролған шарҙар менән күктәргә  теләктәрҙең иң мөһиме - тиҙерәк үҙ ғаиләләренә ҡайтыу теләге еткерелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика