Бала саҡ йондоҙҙары 20.04.2015

Балалар йорттары араһында йыл һайын ойошторолған төбәк-ара конкурс быйыл Салауат ҡалаһында уҙҙы. Бәйге Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланды.

Район балалар йортонда еңеүселәр республика кимәленә сыҡты. Бишенсе йыл ойошторолған сарала 21 балалар йортонан 120 бала ҡатнашырға теләк белдерҙе. Конкурсҡа улар йыр-бейеү, шиғырҙар һәм башҡа номерҙар әҙерләгәйне.Еңеүселәр өс номинация буйынса билдәләнде. Улар июндә Йошкар-Олала уҙасаҡ фестивалдә ҡатнашасаҡ.
Жанна Сираева, Стәрлетамаҡ балалар йортонда тәрбиәләнеүсе: «Конкурсҡа еңеү яулау өсөн килдек.  Әхирәтем менән Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған йыр башҡарасаҡмын. Стәрлетамаҡ балалар йортонан барлығы 6 кеше килдек».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика