Бала саҡ илендә балалар ижады

Бала саҡ илендә балалар ижады 16.04.2015

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған балалар баҡсаһында эшләүселәр кескәйҙәр ижадын бар йәһәттән үҫтерергә ынтыла. «Һаумы, һаумы әкиәт!» конкурсының район этабы  әкиәт һөйләү конкурсында яңы исемдәр асты.

Бөгөн мөғжизәгә ышаныусы, яуызлыҡты яҡшылыҡ еңеүенә ышанған балалар өсөн ҙур байрам. Октябрь районы буйынса әкиәт һөйләүселәр конкурсының беренсе этабында еңеүселәр Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан 308-cе балалар баҡсаһына йыйылды. Кескәйҙәрҙең тулҡынланыуы аңлашыла: әкиәтте тасуири итеп һөйләгәндә тексты оноторға һәм яңылышырға ярамай. Балалар был һынауҙарҙы уңышлы үтте. Сағыу тамашаны бәләкәстәрҙең ата-әсәләре лә ихлас тамаша ҡылды.
Жюри ағзаларына 11  конкурсант араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңелдән булманы. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Сыңғыҙ Нафиҡов , Дарина Васильевалар  3-cө ,  Илһөйәр Шәрипова менән Эльвина Шинаева 2-cе, Руфина Хәлитова -1-cе урын яуланы.
Ҡатнашыусылар  араһында 37-cе балалар баҡсаһынан «Йылан менән балыҡ» әкиәтен уйнаусыларҙың сығышы сағыу костюмдары, көтөлмәгән ым-ишаралары менән айырылһа, «Кем иң көслөһө?» тигән әкиәттә ысын батырҙар көрәшен  һүҙ маһирлығы ла биҙәне. «Айыу менән арыҫлан» ярышы иң сағыуы булып, беренсе урын яуланы. Конкурс һүҙ сәнғәтенең сағыу өлгөләрен балалар телмәре аша еткереп, башҡорт теленең моңон асты, изгелек, дуҫлыҡ хистәрен үҫтереп, үҙ маҡсатына иреште.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика