Баҡалы районында «ҡара генерал» Даян Мурзинды иҫкә алдылар

Баҡалы районында «ҡара генерал»  Даян Мурзинды иҫкә алдылар 21.01.2016

Ошо көндәрҙә арҙаҡлы яугирҙың тыуыуына 95 йыл тулды.  

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Даян Баян улы Чехословакияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашыусы интернациональ партизандар бригадаһының ҡурҡыу белмәҫ  командиры була. Һуғыштан һуң уға Чехословакияның милли батыры исеме бирелә. Тыныс тормошта Даян Мурзин баш ҡала һәм республиканың ижтимағи тормошонда ҡайнап йәшәне, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданины тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Бынан дүрт йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән уҙаман  тыуған ауылында ерләнгән. Яҡташтары уны онотмай - батырҙың ҡәберен урында йәшәүселәр тәрбиәләп тора, уның тыуған көнөндә лә изге урын тере сәскәләргә күмелде. Район мәҙәниәт йортонда шәхес иҫтәлегенә хәтер кисәһе ойошторолдо.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика