Бүздәк  районында бәлеш байрамы үтте 01.03.2016

Сара тәүге тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, унда бар  төбәк халҡы ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Ниәтте  белем усаҡтары ла, балалар баҡсалары ла, предприятие-хужалыҡтар ҙа күтәреп алған. Был аңлашыла, Бүздәк районы борондан үҙенең  ҙур бәлештәре менән дан тота, төбәктәге һәр хужабикәнең үҙ сере бар.

Уңған хужабикәләрҙең ҡулына күҙ эйәрмәй. Улар бәлеште бер-ике сәғәт эсендә әҙерләп, бешереп тә ҡуя.  Бүздәктә һәр ҡатын-ҡыҙ бәлеш әҙерләү нескәлектәрен биш бармағы кеүек белә. Бында бер байрам да ошо ризыҡһыҙ үтмәй.  Һәр бер гүзәл заттың үҙ сере лә бар. Берәүҙәр эслеккә төрлө ит, тәмлекәстәр ҡушып алдырһа, икенселәре ҡамырҙы телде йоторлоҡ итеп баҫа.  
Бәлеш байрамына уңған хужабикәләр ҙә, төрлө учреждение-ойошмалар ҙа үҙ ижад емештәрен әҙерләгән. Өҫтәре биҙәкләп-семәрләп эшләнгән  бәлештәр һәр өҫтәл түрендә урын алған, табында башҡа милли ризыҡтар ҙа ҡуйылған.   Хужабикәләр әйтеүенсә,  бәлеш тәмле генә түгел, файҙалы ла. Уның эслегенә  ҡаҙ майы ҡушыла, ә ул күп ауырыуҙарҙан дауа. Шуға күрә  гүзәл заттар  бәлеш бешереү серҙәрен быуындан-быуынға тапшыра, күсилешлекте юғалтмай.
Икмәк барҙа, йыр ҙа булыр тигән һымаҡ, байрамда йыр-моңға ла  урын етерлек. Бәлеш байрамын үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының. уҡыусыларҙың  күркәм сығыштары биҙәне.  Ойштороусылар әйтеүенсә, байрамдың тәрбиәүи әһәмиәте лә бар. Берҙән, йәш быуын да милли ризыҡтарыбыҙға ҡыҙыҡһыныу  уятыу, икенсенән  милләт-ара татыулыҡ нығына.Сөнки байрамға төрлө милләт, быуын кешеләре йәлеп ителгән.
Бәлеш байрамында еңеүселәр тиҫтәнән ашыу номинация буйынса билдәләнде,  ә бына Гран-при  сағыу сараны ойоштороу  идеяһын күтәреп сыҡҡан Бүздәк район хакимиәтенә тапшырылды. Бүздәктәр киләсәктә был кисәне  даими үткәрергә ниәтләй, сара районда йәшәгән 40-ҡа яҡын милләт халҡының дуҫлыҡ-татыулыҡ  байрамына әйләнер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика