Бөйөк рус яҙыусыһының 216 йыллығына 10.06.2015

Бөгөн Көйөргәҙе районы Шабағыш ауылында Александр Пушкинға һәйкәл асылды. Ике метр бейеклектәге скульптура урындағы мәктәп биләмәһендә ҡуйылды.

Әйтергә кәрәк, был урын бер ҙә генә осраҡлы һайланмаған. Сөнки бында республиканан ситтә лә киң билдәлелек яулаған  рус классикаһы музейы эшләй. Уны 35 йылдан ашыу етәкләгән Рафиҡ Әминев яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында һөйләгән байтаҡ материалдар туплаған. Уларҙың күбеһен хатта,  һирәк осраусы экспонаттар исемлегенә индерергә мөмкин. Бөйөк яҙыусының тыуған көнө уңайынан асылған һәйкәл заманса материалдар ҡулланылып эшләнгән. Тантанала сығыш яһаусылар билдәләүенсә, скульптор Александр Козинин иң тәүҙә  Пушкиндың бюсын ғына эшләргә ниәтләй, шулай ҙа ул  әҙерлек барышында яҙыусының тулы кәүҙәһен һынландыра.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика