Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараларға республиканың халыҡ театрҙары ла әүҙем ҡушылды

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараларға республиканың халыҡ театрҙары ла әүҙем ҡушылды 31.03.2015

Күгәрсен районының «Наҙлыйылға» Мораҡ башҡорт театры Әнғәм Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһы буйынса ҡуйылған спектакльде тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.

Сәхнә әҫәренең режиссеры Рәил Хөсәйеновтың әйтеүенсә,  спектакльгә әҙерлек эшен улар декабрь айында уҡ башлап ебәргән. Спектаклдә уйнаусы артистарҙың күбеһе сәхнә түренә тәүгә сығырға батырсылыҡ иткән. Шуға ҡарамаҫтан, дүрт ай дауам иткән ныҡышмалы репетициялар үҙ  һөҙөмтәләрен биргән.
Үҙешмәкәр артистар тыуҙырған образдарҙы тамашасылар ҙа  яратып ҡабул итте.  Һуғыш ғәрәсәте һәм мөхәббәт, шанлы йылдарҙа ябай кеше кеше яҙмышы һәм рухи ҡаһарманлыҡ - спектаклдең төп темалары. Тәрән хистәр һәм  актерҙар оҫталығы тамашасыларҙы ваҡиғалар үҙәгенә тартып алды. Бәләкәй генә театр коллективының  тәүге ҙур уңышы үҙешмәкәр актерҙарҙың халыҡсанлығынан, үҙҙәренең дә һуғыш шаңдауын тойоп үҫеүенән килә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика