Бөтә донъя бер урында 03.07.2015

Саммиттарға бәйле Михаил Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейы баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына уникаль күргәҙмә тәҡдим итә.

Бында Мәскәүҙең Третьяков галереяһы, Көнсығыш халыҡтары ижады һәм Һарытауҙың Александр Радищев исемендәге музейы коллекциялары, шулай уҡ Монголия һәм Ҡытай рәссамдары картиналарынан торған экспозиция менән танышырға мөмкин.  Нестеров музейына барлығы ике йөҙгә яҡын картина килтерелгән. Залдарҙың береһе Көнсығыш илдәренә, уларҙың көнкүрешенә бәйле булһа, икенсеһе Монголия һәм Ҡытай оҫталарының ижады менән таныштыра. Тағы бер экспозиция Еңеүҙең 70 йыллығына арналған. Бында башлыса ҡаһармандарҙың портреттары урын алған. Күргәҙмә 1-се октябргә тиклем эшләй.
Валентина Сорокина, М.В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейы хеҙмәткәре: «Күргәҙмә ШОС һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтары танышһын өсөн асылды. Бында ойошма ағзалары булған илдәрҙең рәссамдарының ижадын күрһәтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта күргәҙмә асыҡ, уны матурлыҡ яратҡан һәр кем килеп күрә ала».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика